Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2017, 10:59

Төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм Гонконг киҙеүе эпидемияһы тамамланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм Гонконг киҙеүе эпидемияһы тамамланды, тип хәбәр итә республика буйынса Роспотребнадзор. Эпидемия һигеҙ аҙна — 2016 йылдың 26 декабренән 2017 йылдың 19 февраленә тиклем дауам итте.
«Эпидемия уртаса көсөргәнешле тип баһалана, айырыуса балалар сирләне. А2 киҙеүе, «Гонконг» штаммы һәм аҙыраҡ В киҙеүе теркәлде. Грипп вирустарынан тыш, парагрипп һәм аденовирустар, РС-вирустар билдәләнде. Быйылғы миҙгелдә үлем осраҡтары булманы», — тип хәбәр иттеләр республика буйынса Роспотребнадзор идаралығында.
Өсөнсө аҙнала ауырыуҙың сиге үтте. Ведомствола һөйләүҙәренсә, республика буйынса эпидемик сиктең артыуы — 53,5, Өфөлә 60,5 процент булды. Был миҙгелдә өлкәндәр араһында ауырыуҙың эпидемик сиктән артыуы оҙаҡ дауам итте. Бер-ике аҙна дауамында балалар араһында эпидемик сиктең артыуы күҙәтелде. Быға ваҡытында индерелгән карантиндар булышлыҡ итте, тип билдәләнеләр идаралыҡта.
Ошо һигеҙ аҙна эсендә республикала 200 самаһы кеше, йәки халыҡтың биш проценты грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләне. Уларҙың 120,5 меңе — балалар, йәки балаларҙың 13,5 проценты.
Читайте нас: