09:25 (UTC+5), 28 Февраль 2017

Төбәк халҡы Валентина Терешкованы юбилейы менән ҡотлай ала

«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан халҡы донъялағы тәүге ҡатын-ҡыҙ космонавт Валентина Терешкованы яҡынлашып килгән юбилейы менән ҡотлай ала. Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә үҙ ҡулығыҙ менән махсус открытканы тултыра алаһығыҙ. Акция 27 февралдән 3 мартҡа ҡәҙәр төбәк аҙналығы сиктәрендә уҙа. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев иҫтәлекле открыткала үҙенең ихлас теләктәрен яҙып, республикала флешмобҡа старт бирҙе, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Валентина Владимировна Терешкова – «Берҙәм Рәсәй»ҙән VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Халыҡ-ара эштәр буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары советы ағзаһы.
Илебеҙ һәм донъя космонавтикаһы легендаһы Валентина Терешкова 1937 йылдың 6 мартында Ярославль өлкәһе Тутаев районының Оло Масленников ауылында тыуған. Донъяла беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт, авиация генерал-майоры (1995). Советтар Союзы Геройы (1963), Чехословакия Социалистик Республикаһының Социалистик Хеҙмәт Геройы (1963), Болгария Халыҡ Республикаһының Социалистик Хеҙмәт Геройы (1963), Вьетнам Хеҙмәт Геройы (1971), Монголия Халыҡ Республикаһының Хеҙмәт Геройы. Техник фәндәр кандидаты, профессор. СССР-ҙың 6-сы летчик-космонавы, донъялағы унынсы космонавт. Донъяла яңғыҙ йыһанға осҡан берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Рәсәйҙә генерал-майор исемендәге тәүге ҡатын-ҡыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика