07:33 (UTC+5), 28 Февраля 2017

Республикала уҡыусыларҙы балыҡтарҙы һәләк булыуҙан ҡотҡарырға өйрәттеләр

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡырмыҫҡалы районында «Балыҡтарҙы һәләк булыуҙан ҡотҡарабыҙ» тәбиғәтте һаҡлау акцияһы үтте, тип хәбәр итә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Уҡыусылар, һәүәҫкәр балыҡсылар, экологтар һәм журналистар мәке уйыу һәм һыу-биологик ресурстарын кислород менән тәьмин итеү өсөн Тауһеңер күленә йыйылды.
«Оҙайлы ҡыштан һуң бәләкәй һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыу күренештәре күҙәтелә, — тип аңлатма бирҙе акцияны ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостан Экология министрлығының Өфө янындағы территориаль идаралығы начальнигы Айрат Нәғимов. — Әгәр бер ниндәй ҙә сара күрмәгәндә бының балыҡ запасының кәмеүенә килтереүе ихтимал. Был осраҡта һыу объектының экологик системаһын тергеҙеү оҙайлы ваҡыт, ҡайһы берҙә тиҫтә йылдар талап итә».
Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһы директоры Фәнис Худайдатов һәм Башҡортостан юлдаш телеканалы алып барыусыһы Дмитрий Каретко мәке уйыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе.
Бынан тыш, был көндә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев Ҡырмыҫҡалы ауылы гимназияһы уҡыусылары өсөн дәрес үткәрҙе. Ведомство етәксеһе Башҡортостандың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре, һәр ҡайһыһының үҙенсәлеге хаҡында һөйләне.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика