10:12 (UTC+5), 28 Февраля 2017

Өфөлә профсоюз ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙа

ibusiness.ru/blog
ibusiness.ru/blog
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 1 мартта Өфөлә Башҡорт драма театрында Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы ойошторған республика профсоюз ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙа. Осрашыуҙың темаһы – эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығы һәм хеҙмәт шарттары. Эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын, хеҙмәт һәм сәләмәтлек һағын үтәү мәсьәләләре тикшереләсәк. «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау — сәләмәт милләт булдырыуҙа иң мөһим фактор», — тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһында.
Форум эшендә Рәсәй Дәүләт Думаһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, дәүләт контроле органдары, профсоюз активы, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форум аҙағында профсоюз активистарын бүләкләү тантанаһы һәм байрам концерты үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика