12:29 (UTC+5), 27 Февраля 2017

Православныйҙар өсөн Бөйөк пост башланды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дүшәмбе, 27 февралдә, диндарҙар өсөн Бөйөк пост башлана. Ул 49 көн, Пасха көнөнә, 16 апрелгә тиклем дауам итә. Был ваҡытта ит, балыҡ ашау, үҫемлек майын ҡулланыу тыйыла, ҡорамдарға йышыраҡ барыу һәм мохтаждарға ярҙам итеү ҡабул ителгән, тип хәбәр итә ТАСС.
Пост тотоусылар ит, һөт һәм һөт ризыҡтарын, балыҡ, үҫемлек майын ҡулланмай. Балаларға һөт ризыҡтары, балыҡ, үҫемлек майы бирелә, ләкин тәм-томдо, мәҫәлән, кәнфитте кәметергә кәңәш ителә. Балыҡ билдәләнгән көндәрҙә генә рөхсәт ителә: Изге Алиһә (7 апрелдә) һәм Ҡыҙыл тал йәкшәмбеһендә (быйыл ул 9 апрелгә тура килә). Лазарь шәмбеһендә (8 апрелдә) балыҡ ыуылдырығын ашарға мөмкин.
Бөйөк постың беренсе көнөндә (таҙа дүшәмбе) аҙыҡтан тулыһынса баш тартыу ҡабул ителгән. Йәкшәмбе, шаршамбы һәм йома көндәрендә сей йәшелсәләр генә рөхсәт ителә. Шишәмбе һәм кесаҙна диндарҙар майһыҙ ҡайнар аш менән туҡлана ала. Шәмбе һәм йәкшәмбелә — үҫемлек майы менән.
Бөйөк пост Изге Христостың вәғәзгә сығыр алдынан сүллектә 40 көн буйына асығыуы иҫтәлегенә христанлыҡтың тәүге быуаттарында билдәләнгән. Сиркәү тәғлимәтенә ярашлы, постың мәғәнәһе тәү сиратта тәүбәгә килеүгә ҡайтып ҡала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика