11:42 (UTC+5), 27 Февраля 2017

Өфөлә бишенсе тапҡыр «Йыл меценаты» ҡала конкурсы лауреаттарын һәм дипломанттарын һайлайҙар

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө хакимиәте V «Йыл меценаты» ҡала конкурсының башланыуы хаҡында иғлан итте. Конкурс республиканың баш ҡалаһында 2013 йылдан алып ойошторола, уның маҡсаты — хәйриәлек менән әүҙем шөғөлләнгән юридик һәм физик берәмектәрҙе, шәхси эшҡыуарҙарҙы асыҡлау һәм дәртләндереү.
Жюри алдында «Социаль яуаплы ойошма», «Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошма» (юридик берәмектәр араһында); «Изге йөрәк» (шәхси эшҡыуарҙар һәм физик берәмектәр араһында) номинацияларында иң яҡшыларҙы һайлау бурысы тора.
Ҡатнашыуға документтар 30 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450098, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 114/1, 8-се бүлмә. Телефон: (347) 235-99-58.
Конкурс еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы 13 апрелдә «Меценат һәм шәфҡәт күрһәтеүсе көнө»ндә үтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика