04:54 (UTC+5), 27 Февраль 2017

Былтыр Өфөлә 768 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлгән

Андрей Старостин
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2016 йылда Өфөлә 768 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөлдө, тип хәбәр итте баш ҡала хакимиәте. Был күрһәткес 2015 йылғы кимәлгә ҡарағанда 7 процентҡа кәмегән, әммә ул иҡтисадтағы дөйөм хәл һөҙөмтәһе булып тора. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың төп өлөшө – 57 проценты йәғни 438 мең квадрат метры – күп ҡатлы төҙөлөшкә тура килә.
Шул рәүешле ҡалаға йыл һайын 800 мең квадрат метрҙан да кәм булмаған торлаҡ төҙөү талап ителә. Биләмәне төҙөгәндә комплекслы алым ҡулланыуға ҙур иғтибар бүленә, был осраҡта йәшәү өсөн йорттар менән бер рәттән социаль объекттар һәм юлдар һалына. Мәҫәлән: «Дим-8», «Дим-9» биҫтәләре һәм Инорста «Полесье» кеүек төҙөлөш.
Шулай уҡ ҡала өсөн халыҡ ихтыяжын социаль объекттар менән тәьмин итеү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. 2016 йылда бер үк ваҡытта дүрт мәктәп төҙөлдә, уларҙың өсәүһе быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика