Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2017, 18:12

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 22 февралдә Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.
– Ошо бөтә халыҡ байрамы Рәсәйҙең үткәнен, хәҙергеһен һәм киләсәген ныҡлы бәйләй. Ул тотороҡлолоҡ һәм батырлыҡ, берҙәмлек, ил һәм уның тарихы өсөн ғорурлыҡ символы булып тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был көндә беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, үҙҙәрен Тыуған илгә хеҙмәт итеүгә, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға арнаған хеҙмәтсәндәрҙе ҡотлайбыҙ. Һәләк булған геройҙарҙы иҫкә алабыҙ. Бөгөн ил һағында торғандарға ҡотлау һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Төбәк Башлығы ил етәкселегенә тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса эштә ярҙам иткәндәре, шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын республикаға тапшырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙҙең бурысыбыҙ – быуындар бәйләнешен нығытыу, йәш быуында хәрби традицияларға, бай тарихи мираҫҡа, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Илдә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парктар проектының башланыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Тәүгеләрҙән булып шундай парк Өфөлә, ВДНХ комплексы майҙансығында булдырыла. Ул баш ҡалабыҙҙың иң популяр иҫтәлекле урындарының береһенә әүерелер, бөтә йәштәге кешеләр өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам.
Республика етәксеһе Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан хәрби частарҙың, хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиелары һәм ойошмаларының уңыштарын билдәләне.
– 11 меңдән ашыу яҡташыбыҙ бөтә ғәскәрҙәрҙә лә тиерлек хеҙмәт итә. Былтыр меңдән ашыу контракт буйынса хеҙмәт итеүсе әрме сафын тулыландырҙы, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Башлығы республикала йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм хәрби әҙерлек системаһын, ирекмәндәр ойошмалары һәм эҙәрмән отрядтарының эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Ватанды һаҡлаусылар көнө – ҡыйыу һәм көслө кешеләр байрамы. Һеҙ туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың ышаныслы таянысы ғына түгел, республиканың, илдең ҡеүәтле терәге. Намыҫлы хеҙмәт һәм хеҙмәт батырлығы өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Читайте нас: