06:25 (UTC+5), 22 Февраля 2017

Башҡортостанда онкология сирҙәренән һөт биҙҙәре яман шеше киң таралған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда онкология сирҙәренең киң таралған формаһы — һөт биҙҙәре яман шеше. Төбәктәге бөтә онкосирлеләрҙең 11,9 проценты шуның менән яфалана. Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов, медицина советының 2016 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап, ошо хаҡта белдерҙе.
Икенсе урында – үпкә (ауырыуҙарҙың 10,8 проценты), өсөнсөлә тире яман шеше (9,3 процент) тора. Артабан простата, ашҡаҙан, йыуан эсәк шеше килә — сирлеләрҙең дөйөм һанынан ете процент тирәһе.
Руслан Солтанов әйтеүенсә, былтыр Башҡортостанда 13 меңдән ашыу яман шеш осрағы тәүгә асыҡланған. 100 мең кешегә 324,8 ауырыу тәшкил иткән, Рәсәйҙә — 403,4. 6,5 мең осраҡ иртә стадияла асыҡланған — 50,3 процент. 2017 йылдың башына 79 меңдән ашыу сирле иҫәптә тора.
Ултырыш барышында билдәләнеүенсә, хәҙер иртә диагностикалауҙы яҡшыртыу, ауырыуҙарҙы дауалау һәм уларҙың йәшәү сифатын күтәреү мөһим. Табиптарға шештәрҙе иртә асыҡлауға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, шул иҫәптән халыҡты диспансерлаштырыу барышында.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Эльза Сыртланова төбәктең демографик күрһәткестәренә иғтибарҙы йүнәлтте һәм «Юл картаһы»ның яман шештән үлем буйынса индикатив күрһәткесенә ирешергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл йәй Башҡортостан Рәсәй онкологтарының IX съезын ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика