09:06 (UTC+5), 22 Февраля 2017

Башҡортостан телеканалы мультиплекстың 21-се төймәһендә эшләй башлаясаҡ

Ксения Калинина
Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Шаршамбы, 22 февралдә, Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһен күҙәтеү федераль хеҙмәтендә төбәк каналдарын мультиплекс пакетына индереү буйынса конкурс комиссияһы уҙа.
Конкурста Башҡортостандың дүрт телекомпанияһы ҡатнаша: Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Вся Уфа», РБК-ТВ һәм «Туған тел». Каналдар үҙ эштәре менән конкурс комиссияһын таныштырасаҡ. Төбәк телеканалдарының береһе республиканың мотлаҡ дөйөм ҡулланыштағы телеканалы сифатында һайланасаҡ һәм 21-се төймәлә эшләй башлаясаҡ.
Алдан был тема федераль һәм төбәк кимәлендә әүҙем тикшерелде.
«Мәсьәлә бер йыл элек дөйөм ҡулланыштағы исемлектән муниципаль һәм төбәк каналдары төшөп ҡалғас килеп тыуҙы. Был тема Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты майҙансығында тикшерелде. Ул бөтә төбәктәр өсөн бик мөһим, көнүҙәк проблема», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк телеканалын мультиплексҡа индереү мәсьәләһе буйынса Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрөжәғәт итте. Республиканың Дәүләт Йыйылышы тейешле закон проектын Дәүләт Думаһына индерҙе, ә Башҡортостандан депутаттар Рөстәм Ишмөхәмәтов менән Рафаэль Мәрҙәншин уны федераль кимәлдә әүҙем күтәрҙе.
Төбәк телеканалдарын пульттың 21-се төймәһенә беркетеү тураһындағы законды Дәүләт Думаһы 2016 йылдың йәйендә ҡабул итте. Документҡа ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъектының мотлаҡ дөйөм ҡулланыштағы телеканалы үҙ етештергән программалары 75 проценттан кәм булмаған продукциялы каналдар иҫәбенән һайлана. Канал трансляцияһы төбәк халҡының 50 проценттан да кәм йәшәмәгән биләмәһендә ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Элемтә операторҙары тейешле төбәк биләмәләрендә субъекттарҙың мотлаҡ дөйөм ҡулланыштағы телеканалдарын эфирға сығарырға бурыслы. Дөйөм ҡулланыштағы каналдар пакеты бушлай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика