Башҡорт дәүләт медицина университетының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт дәүләт медицина университетының студенттар командаһы Бешкәктә микробиология, вирусология һәм иммунология буйынса I Халыҡ-ара олимпиадала беренсе урын яуланы. Олимпиада И.К. Ахунбаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт медицина академияһында уҙҙы һәм был уҡыу йортона нигеҙ һалыусы профессор Б.Я. Эльбертҡа арналды.
Олимпиадала Рәсәйҙең, Ҡаҙағстандың һәм Ҡырғыҙстандың туғыҙ юғары уҡыу йортонан 12 команда ҡатнашты. Рәсәйҙән профессор, медицина фәндәре докторы Марсель Тойғонов һәм доцент, медицина фәндәре кандидаты Лилиә Рафиҡова етәкселегендә Башҡорт дәүләт медицина университетының «Micros» командаһы сығыш яһаны.