04:40 (UTC+5), 22 Февраль 2017

Баш ҡалала ташҡынға ҡаршы уҡыуҙар үтә

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә ташҡынға ҡаршы уҡыуҙар үтә. Күнекмәне Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы уҙғара.
Инешкә ярашлы, 21 февралдә ҡаланың Ленин районында юл селтәрҙәре өлөшләтә һыу аҫтында ҡалды һәм емерелде. Был хәл һауа температураһының ҡапыл йылыныуы, ҡарҙың һәм Ағиҙел йылғаһындағы боҙҙоң ныҡ иреүе һөҙөмтәһендә килеп тыуҙы. Шәхси йорттарҙы һәм ихаталарҙы бер аҙ һыу баҫты. Шартлы һыу баҫыу районына «Башҡортостан Республикаһының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте», Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизоны, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралыҡтың оператив төркөмө, күсмә идара итеү пункты, аэромобиль төркөмө көстәре йүнәлтелде. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнде.
Республикала йыл һайын ташҡын һыуҙарын хәүефһеҙ үткәреүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелген саралар комплексы әҙерләнә, тип билдәләнеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә. Бөтә Рәсәй мәғлүмәт биреү һәм иҫкәртеү комплекслы системаһының Башҡортостан төбәк бүлегендә яҙғы ташҡын осорона 7,5 меңдән күберәк кеше һәм 1,5 меңдән ашыу берәмек техника һәм йөҙөү сараһы әҙер. 2017 йылда ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса эш планлаштырылған һәм ойошторолған, республика ташҡынға ҡаршы комиссия эшләй.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты күрһәтмәһе буйынса, боҙ тығындары хәүефен кәметеү өсөн муниципалитет хакимиәттәре йылғалар кимәле мониторингы һәм боҙ ҡатламын йомшартыу буйынса һаҡлыҡ саралары планлаштырған. Зыян күргән халыҡты эвакуациялау буйынса саралар тулы күләмдә күҙалланған, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙерләнгән. Төбәк үҙәкләштерелгән иҫкәртеү системаһы һәм киң мәғлүмәт саралары ярҙамында һыу аҫтында ҡалыу мөмкин булған зоналарҙағы тораҡ пункттарына хәбәр итеү ойоштороласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика