02:27 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Йырсы Стас Михайлов Башҡортостан ЮХХДИ акцияһын хуплап сыҡты

БР буйынса Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй эстрада йырсыһы Стас Михайлов Башҡортостан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының #минюл хәрәкәтехәүефһеҙлегеөсөн фотопроектында ҡатнашты. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы бөтә хәрәкәт ҡатнашыусыларына хәүефһеҙ юл теләне, тип хәбәр иттеләр республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Проектҡа йырсы Маргарита Суханкина һәм «Мираж» төркөмө ҡушылды ла инде. Өфөлә гастролдәрҙә «Руки Вверх!» төркөмө йырсыһы Сергей Жуков ЮХХДИ-ның «Танылған кешеләр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн» акцияһын хупланы. Бынан алда флешмобҡа Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артистары Айҙар Ғәлимов менән Хәниә Фәрхи, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев, республиканың атҡаҙанған артистары Әнүәр Нурғәлиев һәм Лилиә Биктимерова ҡушылды. Улар ҡулдарына «Беҙҙең барыбыҙҙы ла өйҙә көтәләр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!» тип яҙылған плакат тотҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика