09:49 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Хеҙмәт министрлығы: 22 февраль — ҡыҫҡартылған эш көнө

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Шаршамбы, 22 февралдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, тип иҫкә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө — байрам көнө булып иҫәпләнә. Быйыл ул эш көнөнә тура килә.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 95-се статьяһына ярашлы, байрам көнө алдынан эш көнө йәки сменаһы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл 23, 24, 25 һәм 26 февраль ял көндәре булып тора.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 23 февралдәге байрам көнө уның иҫәбенә инмәй.
2017 йылда Башҡортостанда 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар — Яңы йыл каникулдары; 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы; 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө; 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө; 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы; 9 май — Еңеү көнө; 12 июнь — Рәсәй көнө; 25 июнь — Ураҙа байрамы; 1 сентябрь — Ҡорбан байрамы; 11 октябрь — Республика көнө; 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө ял көндәре булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика