05:31 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Быйыл Башҡортостан мосолмандары хажға урындағы оператор аша бара ала

асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Былтыр декабрь айында Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында хаж буйынса комитет асылды. Ул республика мосолмандарына изге урындарға – Мәккә ҡалаһына һәм уның эргәһенә хаж ҡылырға ярҙам итеү өсөн булдырылған. Быйыл хаж август аҙағында уҙа. Бөтә мосолмандар өсөн мотлаҡ булған хаж ҡылыу урындарына әҙерлек кампанияһы башланған да инде.
Быйыл республика мөфтиәте хажға барыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнәсәк берҙәм операторҙы билдәләгән, ул – «Урал сервис». Былтыр Башҡортостандан изге урындарға ғибәҙәт ҡылыусылар менән бер нисә ойошма — «Муслим тур», «Хадж фонд» һәм «ДУМ РТ хадж» килешеү төҙөнө. Төбәктең ҡайһы бер халҡына Кавказ, күрше төбәктәр аша сығырға тура килде.
«Хаж буйынса урындағы берҙәм операторҙы һайлау ойоштороу процесын ярайһы уҡ еңеләйтәсәк. Оло һәм кесе хаж ҡылырға теләүселәр мәсеттәрҙә урындағы имамдар аша ғариза тапшыра ала. Был осраҡта мөфтиәт туроператор менән ғибәҙәт ҡылыусы араһында гарант булып торасаҡ, ул ышаныслылыҡты ла тәьмин итергә тейеш», — тип һөйләне Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының хаж буйынса комитет етәксеһе Илшат Хафизов.
Диндарҙарға ике программа тәҡдим ителә: «эконом» һәм «стандарт». Стандарт программаһына Сәғүд Ғәрәбстанына осоу, Мәккә һәм Мәҙинә отелдәрендә йәшәү, хаж ҡылыу нигеҙҙәренә өйрәтеү һәм экскурсиялар инә. «Эконом» программаһын һайлаусыларҙы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә хәтлем осоу көтә. Хаж ҡылыу урынына, Сәғүд Ғәрәбстанына автобустарҙа барырға тура киләсәк. Ике программала ла төркөмдә медицина хеҙмәткәренең булыуы шарт. «Стандарт» программаһы 150 мең һумға барып баҫасаҡ, «эконом» — байтаҡҡа осһоҙ, 105 мең. Был — Рәсәй буйынса иң түбән хаҡтар.
Әлеге ваҡытта тур һатып алыу ниәте менән республиканан 180 кеше хаж буйынса комитетҡа мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандан Мәккәгә йәмғеһе 300 кеше барасаҡ. Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй өсөн быйыл 20 меңдән ашыу кешелек квота бүлгән.
Ғибәҙәт ҡылыусылар менән самолеттар Өфөнән август урталарында осасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт — 8-903-311-80-53, 8-937-303-37-34 телефондары буйынса.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика