04:33 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Башҡортостандан туғыҙ журналист «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» бөтә Рәсәй конкурсы финалына уҙҙы

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек» конкурс комиссияһы III Бөтә Рәсәй журналистар эштәре конкурсына ебәрелгән материалдарҙы баһаланы. Уның йомғаҡтары буйынса Башҡортостандан туғыҙ журналист юғары баһа алды һәм финалға уҙҙы.
Ул Әнисә Янбаева («Республика Башкортостан» гәзите), Азат Ғиззәтуллин («Медиакорсеть»), Илдар Иҫәнғолов («Союз-Право» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Алина Каматова («Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы), Ирина Левчук («Действие» гәзите), Айгөл Мусина («Аргументы и факты — Башкортостан»), Гөлназ Насырова («Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы), Гүзәл Сәхипова («Свободная Пресса — Поволжье»), Эрнест Хәйруллин («Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге). Илебеҙ буйлап йәмғеһе 600-ләгән конкурс материалы ебәрелгән, тип хәбәр иттеләр Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабында.
Финалсылар иҫәбенән конкурс лауреаттары билдәләнәсәк. Лауреаттарҙың исемдәре быйыл март айында Фондтың Йәмәғәт советы ултырышында иғлан ителәсәк. Уларҙы бүләкләү тантанаһы Дөйөм халыҡ фронтының Медиафорумында уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика