11:17 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Башҡортостан һалдаттары Ҡораллы Көстәрҙә намыҫлы хеҙмәт итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан һалдаттары Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Һалдаттарҙың ата-әсәләренә хәрби часть командирҙарынан килгән хаттар ошо хаҡта һөйләй. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылынан Хәбибуллиндар ғаиләһе улдары хеҙмәт иткән хәрби часть командирынан Рәхмәт хаты алды. Данис Хәбибуллин Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, тиелә хатта. Өфө тимер юл транспорты техникумын тамамлағас та ул Волгоград өлкәһенә хәрби хеҙмәткә алына. Хәҙер Һарытау өлкәһендә инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ауыр булһа ла, зарланмай, сөнки ауыл егетендә ихтыяр көсө, эш һөйөүсәнлек, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ етерлек. Мәктәптә уҡығанда уҡ Данис спорт менән шөғөлләнә, техникумда ла күнекмәләрен дауам итә, шунлыҡтан армияла уға физик күнекмәләр еңел бирелә. Буш ваҡытында иһә ата-әсәһенә йылы хистәр менән һуғарылған хаттар яҙа. Данисҡа дембелгә тиклем ваҡыт күп ҡалмаған. Ул институтҡа уҡырға инергә ниәтләй, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика