12:08 (UTC+5), 21 Февраля 2017

Башҡорт Википедияһында «Башҡортостан 100» супермарафонының икенсе этабы башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, «Башҡортостан 100» ижади супер вики-марафондың икенсе этабы башлана. Ул башҡорт телендә Википедияны үҫтереү, башҡа тел бүлектәрендә Башҡортостан темаһын яҡтыртыу маҡсатында уҙғарыла һәм Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт совет автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә арналған.
Популяр интернет-энциклопедияла мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу буйынса ижади бәйгелә Викимедиа проекттарының һәм тәғәйен тел бүлектәренең дөйөм ҡағиҙәләрен, супер вики-марафон регламентын үтәгән һәр кем ҡатнаша ала.
Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан викимедиясылары» ирекмәндәр төркөмө.
Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан 100» интеллектуаль супер вики-марафоны 2016 йылдың 11 сентябренән 2019 йылдың 23 мартына тиклем биш этапта уҙғарыла. Һәр этап 100 көндән тора: 1-се этап — 2016 йылдың 11 сентябренән 20 декабргә тиклем (2017 йылдың 31 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһау); 2-се этап — 2017 йылдың 21 февраленән 31 майына тиклем (2017 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡ яһау); 3-сө этап — 2017 йылдың 1 сентябренән 9 декабренә тиклем (2018 йылдың 31 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһау); 4-се этап — 2018 йылдың 21 февраленән 31 майына тиклем (2018 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡ яһау); 5-се этап — 2018 йылдың 1 сентябренән 9 декабренә тиклем (2019 йылдың 23 мартына тиклем йомғаҡ яһау).
«Ижади бәйгенең тәүге этабында башҡорт, бүрәт, лезгин, мари, рус, эрзян, грузин, украин бүлектәренән 34 википедиясы ҡатнашты. Бөтәһе 423 мәҡәлә яҙылған һәм тулыландырылған, ете ҡатнашыусы Викискладҡа 55 фотоһүрәт һалған», — тип һөйләне Рөстәм Нурыев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика