08:10 (UTC+5), 21 Февраль 2017

Баш ҡалала федераль проект сиктәрендә «Ҡашҡаҙан» паркы һәм яр буйы төҙөкләндерелә

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә өҫтөнлөклө федераль проект сиктәрендә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы, Максим Рыльский урамы һәм Ҡариҙел йылғаһының яры төҙөкләндерелә. «Ҡашҡаҙан» паркы 2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатының фанаттар зонаһының береһе булараҡ ҡарала.
Башҡортостандың баш ҡалаһы «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектына индерелгән, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Майҙансыҡтар Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә билдәләнгән. Төҙөкләндереүгә аҡса төбәк ҡаҙнаһынан берлектә финанслау шарттарында федераль бюджеттан бүленә.
План буйынса «Ҡашҡаҙан» паркы — быйыл, Рыльский урамы һәм Ҡариҙел йылғаһының яры 2018-2022 йылдарҙа төҙөкләндерелә. Дизайн-проектты, төҙөкләндереү өлкәһендәге яңы стандарттарҙы иҫәпкә алып, «Стрелка» конструкторҙар бюроһы белгестәре әҙерләй.
Өфөлә проектты тормошҡа ашырыу мәсьәләләрендә үҙ-ара эш итеү буйынса яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән, эшсе төркөм ойошторола. Майҙансыҡтар тейешле осорға муниципаль программаларға индерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика