02:37 (UTC+5), 20 Февраля 2017

«Ҡурсаулыҡ билбауы. Уралдан Байкалға тиклем» автоэкспедицияһы Башҡортостан аша үтә

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Ҡурсаулыҡ билбауы. Уралдан Байкалға тиклем» автоэкспедицияһы Башҡортостан аша үтә, тип хәбәр итә «Башҡортостан» милли паркы. Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында, шулай уҡ Рәсәйҙең ҡурсаулыҡ системаһына 100 йыл тулыуға арналған проектты Юганск ҡурсаулығы (Ханты-Манси автономлы округы) хеҙмәткәрҙәре ойоштора. 20 майҙан 26 июнгә ҡәҙәр Рәсәйҙең 20 айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе буйлап экспедиция ҡылыу күҙалланған. Маршруттың дөйөм оҙонлоғо – яҡынса 10 мең саҡрым.
Маршрут Башҡортостан Республикаһы, Свердловск, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Ханты-Манси автономлы округы, Хакасия, Бүрәт республикалары, Алтай крайы, Омск өлкәһе, Алтай Республикаһы һәм башҡа төбәктәр аша үтә. Беҙҙең республикала автосәйәхәттә ҡатнашыусылар «Башҡортостан» милли паркында, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында, Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал ҡурсаулыҡтарында буласаҡ. Автоэкспедиция Баргузин ҡурсаулығында тамамлана. 1917 йылда уның нигеҙ һалыныуынан алып Рәсәйҙең ҡурсаулыҡ системаһы үҙенең йыл иҫәбен башлай.
«Алдыбыҙға илебеҙ халҡын ҡурсаулыҡ системаһы менән таныштырыу, йәмәғәтселектең иғтибарын айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә йәлеп итеү бурысын ҡуябыҙ, — тип аңлатма бирҙе проект координаторы Евгений Сыркин. — Проект барышында һәм уның йомғаҡтары буйынса матбуғатта төрлө материалдар баҫыласаҡ, фильмдар, тапшырыуҙар циклы төшөрөләсәк, уларҙа төбәктәргә һәм тотош илгә хас булған дөйөм экологик мәсьәләләр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ, географик зоналарҙың төрлөлөгөн күрһәтәсәкбеҙ. Шулай уҡ картала юлда осратҡан законһыҙ сүплектәрҙе билдәләргә ниәтләнәбеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика