Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2017, 11:49

Бер йыл эсендә төбәктә граждандар 300 берәмектән ашыу законһыҙ һаҡланған ҡорал тапшырған

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн республикала Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы ойошторған «Ҡоралыңды тапшыр һәм аҡса ал!» оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Ул 3 мартҡа тиклем дауам итә.
Акцияның маҡсаты – атыу ҡоралы, уның төп өлөштәре, боеприпастар, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатыу ҡулайламаларының законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү, енәйәттәр һанын кәметеү. Теркәлмәгән ҡоралды үҙ ирке менән тапшырған өсөн аҡсалата бүләкләү ҡаралған.
Һунар мылтығы өсөн 10-15 мең һум түләнә. 2016 йылда Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы Лицензия-рөхсәт биреү эштәре үҙәгенә граждандарҙан 324 берәмек ҡорал, 11512 дана боеприпас, 7256 грамм шартлатҡыс матдәне ҡабул итеү тураһында өс йөҙҙән ашыу ғариза килгән. Граждандарға компенсациялар суммаһы 3 миллион 462 мең 583 һум тәшкил иткән. Законһыҙ ҡоралды үҙ ирке менән тапшырғандар енәйәт, шулай уҡ административ яуаплылыҡтан азат ителә, тип аңлатма бирҙеләр Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡоралды эске эштәрҙең территориаль органдарына йәки «Росгвардия»ның Башҡортостан идаралығындағы лицензия-рөхсәт биреү эштәре бүлектәренә килтерергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 279-45-34, 273-59-28, 279-47-75 телефондары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: