15:27 (UTC+5), 20 Февраль 2017

Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы исеменә йәш инглиз теле уҡытыусыһы лайыҡ булды

Дмитрий Жоссан
Дмитрий Жоссан
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә йыл уҡытыусыһы исемен Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Мария Кәримова яуланы. Ул «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2017» конкурсының абсолют еңеүсеһе булды. Был — йәш уҡытыусының тыуған көнөнә иң яҡшы бүләк. 24 февралдә Мария Кәримоваға 23 йәш тула.
Бәйгенең ҡала этабында 47 уҡытыусы ҡатнашты. 23 педагог «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2017» конкурсында һынау тотто.
«Конкурсанттарҙың кимәле йылдан-йыл арта, методикалар һәм белем биреү технологиялары үҙгәрә. Педагогик оҫталыҡ бәйгеһендә күп кенә йәш уҡытыусылар ҡатнашты, улар тәжрибәле педагогтар менән бер рәттән бик ышаныслы һәм грамоталы итеп үҙҙәренең эш системаһы менән таныштырҙы, — ти жюри рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире, профессор Артур Әмиров. — Быйылғы еңеүсе Мария Кәримова — заман уҡытыусыһы, сағыу шәхес. Ҙур педагогик тәжрибәһе булмауға ҡарамаҫтан, иң яҡшыһы тигән исемде яуланы. Конкурстың һәйбәт ойошторолоуын билдәләргә кәрәк, бөтә кимәлдәрҙә аныҡ системалы эш булдырылған. Район этаптарында уҡ етди әҙерлек алып барыла һәм был һиҙелә. Конкурс барышында «Уҡытыусы-тикшеренеүсе», «Уҡытыусы-оҫта» бәйгеләре ойошторола, шуға күрә был — һәммәһе өсөн дә ҙур мәктәп».
Конкурс йомғаҡтары буйынса 156-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Регина Закирова — иң яҡшы «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», М.Шайморатов исемендәге 104-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Венера Садиҡова иң яҡшы «Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» тип танылды. «Педагогик дебют» номинацияһында 93-сө гимназияның тарих уҡытыусыһы Эльвира Йәмғетдинова еңде. 95-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлай Сәлимгәрәев «Педагогик өмөт» номинацияһында билдәләнде.
«Баш ҡаланың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исеменә 88-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Гөлсөм Монасипова лайыҡ булды.
52-се лицейҙан донъя художество мәҙәниәте уҡытыусыһы Юлия Линдт «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы-2017» конкурсы еңеүсеһе тип танылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика