11:44 (UTC+5), 17 Февраль 2017

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь һәм урман хужалығы, агросәнәғәт комплексы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, ҡотҡарыу хеҙмәттәре, юридик, банк һәм социаль өлкә, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа, физкультура һәм спорт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 50 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Алдынғыларҙы ҡотлап, төбәк Башлығы республика йылды уңышлы башланы тип билдәләне.
– Ғинуар йомғаҡтары буйынса һандар ҡыуандырырлыҡ – уҙған йылдың ғинуары менән сағыштырғанда һалым килемдәре йәһәтенән артыу күҙәтелә, сәнәғәт етештереүе индексы 107,9 процент тәшкил итте. Был предприятиеларҙың эшләүе хаҡында һөйләй, етештереү арта, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һис шикһеҙ, күп нәмә беҙгә лә бәйле. Һеҙ эш урындарында әүҙем, яҡшы эшләйһегеҙ, шуға күрә бөгөн наградалар алаһығыҙ. Пландарыбыҙ ҙур. Беҙ республиканың бөтә йүнәлештәр буйынса үҫешеүен теләйбеҙ. Халҡыбыҙға лайыҡлы тормош тәьмин итергә бурыслыбыҙ, һәм бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Беҙҙең төп ҡиммәтебеҙ – кешеләр. Төп бурысыбыҙ – халыҡ яҡшы йәшәһен.
Республика етәксеһе ветерандарға Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Тантана барышында бүләкләнеүселәрҙең ҡайһы берҙәре миңә теләктәр менән мөрәжәғәт итте, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Бөгөн үтенестәр ҙә булды, шул иҫәптән ишеү станцияһы буйынса ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул ярҙы нығытыу эштәре һөҙөмтәһендә емерелгән. Әйткәндәй, әле Рәсәй менән килешеү төҙөйбөҙ. Беҙгә тағы ла 1,1 миллиард һум бүленә, үҙебеҙҙән 1,1 миллиард өҫтәйбеҙ, һәм Өфөнөң яр буйы Дуҫлыҡ монументына тиклем барып етәсәк, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Был – заманса, яҡшы, матур объект. Ул әлегә тамамланмаған. Кемгәлер, бәлки, уның архитектураһы оҡшап та етмәйҙер. Ысынында иһә, ул бик матур булмаҡсы. Иң мөһиме – транспорт йөрөй торған юл, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн урындар буласаҡ.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика