Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2017, 10:30

Рөстәм Хәмитов: «Беҙҙең бурысыбыҙ – йәштәргә бөтә мәсьәләләрҙә ярҙам күрһәтеү»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 16 февралдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһаны. Сара «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында үтте. Ултырыш барышында министрлыҡтың 2016 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм киләһе осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнде.
– Беҙҙең, йәштәр хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләләре өсөн яуаплыларҙың бурысы – йәштәргә бөтә мәсьәләләрҙә лә ярҙам итеү: уҡыу, эшкә урынлашыу, торлаҡ алыу, хеҙмәт хаҡы, үҫеш, карьера, социаль лифттар һәм башҡалар, – тине республика етәксеһе. – Йәштәр – беҙҙең киләсәгебеҙ. Республикала – 1 миллион йәш кеше. Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә халыҡ һаны ошо планкаға етмәй. Был – беҙҙең нигеҙебеҙ, иртәгәһе көнөбөҙ. Миллиондарса йәш кеше ҙур энергияға эйә. Ошо энергияны ыңғай йүнәлешкә йүнәлтеү мөһим.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ведомство-ара координация, йәштәрҙең һөнәри, социаль, ижади үҫеше өсөн шарттар булдырыу буйынса муниципалитеттарҙа эшләү үҙәге булырға тейеш, тип билдәләне төбәк Башлығы. Башҡортостан йәштәр сәйәсәтенең яңы программаһын әҙерләү – ведомствоның төп бурыстары иҫәбендә, сөнки быйыл бынан алдағы документтың ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамлана.
– Беҙгә заманса талаптар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары аныҡ билдәләнгән документ кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан йәштәр сәйәсәте программаһының яңы версияһында түбәндәге өҫтөнлөктәрҙе сағылдырыу зарур: йәш ғаилә, йәштәр өсөн торлаҡ, сифатлы белем биреү, эшкә урынлаштырыу, иҡтисади үҙаллылыҡ, инновациялы һәм фәнни әүҙемлекте, ижади таланттарҙы үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау, йәштәр мөхитендә насар күренештәрҙе иҫкәртеү, патриотик тәрбиә биреү, экстремизмға ҡаршы тороу, йәштәр хәрәкәттәренә һәм берекмәләренә булышлыҡ итеү, уңайлы мәғлүмәт мөхитен булдырыу.
Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе быйыл октябрь айында Сочиҙа үтәсәк Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленең эмблемаһы – сәскә таждары рәүешендә булдырылған тематик интерактив майҙансыҡтарҙың эше менән танышты.
«Еңеү алтыны» майҙансығы республиканың спорт ҡаҙаныштарына арналған. «Фекерҙәр киңлеге» майҙансығы Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшереүгә бағышланған дискуссия үҙәге булды. «Тиҙерәк! Юғарыраҡ! Көслөрәк!» майҙансығында студенттарҙың ГТО спартакиадаһы һәм «Workout Башҡортостан» спорт хәрәкәте әүҙемселәренең сығыштары ойошторолдо. «Илһөйәрлек – реаль эштәрҙә» майҙансығы – хәрби-патриотик клубтар һәм эҙәрмән отрядтары тәрбиәләнеүселәренең эшмәкәрлегенә, «Изгелек биләмәһе» ирекмәндәр ойошмаларының эшенә арналды.
Байрам барышында Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Татьяна Лебедева студент отрядтары вәкиле Ирина Сухареваға Сочиҙа XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһында ҡатнашыуға сертификат тапшырҙы. Бынан һуң Ирина Сухарева 1985 йылда Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашҡан, әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов менән бергә фестиваль башланыуға тиклем ҡалған ваҡытты кирегә һанау мәлен асты.
Читайте нас: