03:37 (UTC+5), 17 Февраля 2017

Илебеҙҙең иң уҡыусан ун төбәге исемлегендә Башҡортостан да бар

lenta.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан илебеҙҙең иң уҡыусан ун төбәге исемлегенә инде. Матбуғат баҫмаһын таратыусылар ассоциацияһы һуңғы яҙылыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән баҫмаларҙы һәм Рәсәй почтаһының төбәк филиалдарын бүләкләне. Быйыл яҙылыу кампанияһын баһалағанда лидерҙар иҫәп күрһәткесе буйынса түгел, ә төбәктә һәр мең кешегә яҙылыу тиражының тығыҙлығы буйынса билдәләнде. Бындай алым халыҡты йәлеп итеү тәрәнлеген иҫәпкә ала, тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй почтаһының Башҡортостан филиалында.
2017 йылдың тәүге ярты йыллығына Курск өлкәһе (мең кешегә 340 яҙылыу күрһәткесе менән), Төньяҡ Осетия (Алания) (320), Чечня (288), Татарстан (265), Башҡортостан (256), Алтай (242), Сыуашстан (236), Брянск өлкәһе (234), Тыва (227), Кострома өлкәһе (216) яҙылыу компанияһы лидерҙары булды.
Алдағы кампания менән сағыштырғанда тираждарҙың бер аҙ кәмеүенә ҡарамаҫтан (Башҡортостанда – биш процент самаһы), яҙылыу сифаты артҡан, тип билдәләнеләр Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығында. Ул каталогта хаҡы ике һумдан кәм булған баҫмаларҙың һанын кәметеү, шулай уҡ нәшер итеүселәргә һәм яҙылыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ҡабул ителгән киңерәк программа ярҙамында килеп сыҡты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика