05:06 (UTC+5), 17 Февраля 2017

Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы идаралығының ултырышы үтте

Гөлсәсәк Ханнанова
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференциялар залында Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы идаралығының ултырышы үтте, унда республикабыҙ ҙа инә. Башҡортостандан ултырышта Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов ҡатнашты. Сарала Мәскәү, Тверь, Түбәнге Новгород, Псков, Ҡурған, Тамбов, Ырымбур, Ярославль, Калуга өлкәләре, Ставрополь крайы, Удмуртия, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларының төрлө ҡалаларынан делегаттар ҡатнашты.
Ултырышта Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы президенты, Мәскәү өлкәһенең Дмитров муниципаль районы башлығы Валерий Гаврилов, Дөйөм Рәсәй Муниципаль берәмектәр конгресы башҡарма директоры вазифаһын башҡарыусы Ольга Гай, Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитеты ағзаһы, Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы вице-президенты Алексей Изотов, Рәсәй Төҙөлөш министрлығының Торлаҡ-коммуналь хужалығы департаменты директоры урынбаҫары Мария Дерунова сығыш яһаны. Муниципаль-шәхси хеҙмәттәшлекте үҫтереү, Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды менән хеҙмәттәшлек итеү, 2017 йылда иң яҡшы муниципаль тәжрибәгә Бөтә Рәсәй муниципаль берәмектәре конкурсы, «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары – 2017» иҡтисади форумында һәм «Боронғо Рәсәй» дөйөм Рәсәй фестивалендә ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Рәсәй ҡалаларының тотороҡло үҫеш рейтингы йомғаҡтары, инвестиция проекттары ҡаралды, улар хаҡында мәғлүмәт Рәсәйҙең Бәләкәй һәм урта ҡалалары ассоциацияһы сайтында урынлаштырылған, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика