07:58 (UTC+5), 16 Февраль 2017

Республика тән бешеүен дауалау үҙәгендә юғары терапия класы аппараттарын ҡулланалар

автор һәм ugkb18.ru сайтынан
автор һәм ugkb18.ru сайтынан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республика тән бешеүен дауалау үҙәгендә оҙаҡ ваҡыт йүнәлмәгән яраны дауалауҙа алдынғы терапия системалары әүҙем ҡулланыла. Юғары класлы аппараттар – «Версаджет» гидрохирургик системаһы, «Sonoca-180» ультратауыш бысағы һәм «Suprasorb CNP» кире баҫымлы аппарат – һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы сиктәрендә һатып алынған.
Бөтә был аппаратура яраны эшкәртеү һәм уларҙы тиҙерәк йүнәлтеү өсөн файҙаланыла. Атап әйткәндә, «Версаджет» гидрохирургик системаһы ҡатмарлы йәрәхәт урындарында тормошҡа яраҡһыҙ туҡыма участкаларын: киҫкен, эренле һәм ҡайтмалы йәрәхәтләнгән тән тиреһен таҙартырға һәм алып ташларға мөмкинлек бирә. Ҙур баҫым аҫтында хирургик скальпель хәрәкәтенә оҡшаш, физиологик иретмәнең үтә нәҙек аҡҡан һыуы тормошҡа һәләтһеҙ туҡымаларҙы киҫеп ташлай. Бер үк ваҡытта аппарат шыйыҡсаны махсус һауытҡа һурып ала. Бынан һуң шунда уҡ тирене сәләмәт туҡымаларға күсереп ултыртырға мөмкин.
«Suprasorb CNP» кире баҫымлы аппаратын тән бешеү бүлеге табиптары аҙған яраларҙы дауалауҙа ҡуллана. Ул да уңалыу процесын тиҙәйтеү өсөн тәғәйенләнгән, был вакуум принцибы буйынса тәьҫир итә. Ярала йыйылған шыйыҡса – экссудат, некроз ҡалдыҡтары – барыһы ла торба буйлап махсус һауытҡа китә. Аппарат операция шарттарында файҙаланыуҙы талап итмәй, уны теләгән ваҡытта һалырға мөмкин, ауырттырмай ғына йоғонто яһай. Бер нисә тәүлек дауамында ҡулланғандан һуң яра таҙара һәм операцияға әҙер була.
Тәрәнерәк яраларҙа «Sonoca-180» ультратауыш бысағы файҙаланыла. Янған, йәрәхәт, эренле урындарға ультратауыш тәьҫир итә, ультратауыш тулҡындары шыйыҡсаға күсә, ул ваҡ ҡыуыҡтарға сәсрәй. Аппарат традицион медицинала дөйөм ҡулланылған дауалау стандарттарында яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп булмағанда өҫтәмә сара булып тора. Шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауырыу сығанағы оператив дауалауға әҙер була.
Бөтә был оҙаҡ уңалған яраларҙы дауалау терапияһы барлыҡ тән бешеүен дауалау үҙәктәрендә стандарт һауыҡтыру төрҙәре булып иҫәпләнә, әммә Рәсәйҙә бөтә клиникаларҙа ла ҡулланылмай, тип хәбәр итте Республика тән бешеүен дауалау үҙәгенең тән бешеү бүлеге мөдире Руслан Ғиматдинов. «Беҙҙең тән бешеүен дауалау үҙәгендә медицина практикаһында алдынғы аппараттарҙы ҡулланыу яраларҙың төҙәлеү һәм пациенттарҙың дауаханала ятыу ваҡытын ярайһы уҡ ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Медицина хеҙмәткәрҙәре классик дауалау алымдарынан – скальпелдәрҙән һәм бинт менән бәйләүҙәрҙән тулыһынса ситләшкән инде. Һуңғы 10 йылда ауырыуҙың стационарҙа булыу ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡарҙы. Яңы дауалау алымын ҡулланған йәш табиптарҙың төркөмө булдырылды. Уртаса айына тән бешеү бүлегенән 120 ауырыу йүнәлеп сыға. Бүлек 80 койкаға иҫәпләнгән», — тип һөйләне Руслан Ғиматдинов.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика