08:56 (UTC+5), 16 Февраль 2017

«Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалының күрһәтеү сиктәре киңәйә

Сергей Захаров
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалы үҙенең күрһәтеү зонаһын киңәйтте. Бынан һуң уның тапшырыуҙарын HD форматында Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Салауатта ла ҡарарға мөмкин.
«Ғәйәт ҙур техник эш башҡарылды, иң мөһиме төбәк тапшырыуҙарын ошо ҙур ҡалаларҙа ҡарау өлгәшелде. Әммә бының менән генә сикләнмәйбеҙ. Артабан бөтә республика биләмәһендә күрһәтергә ниәтләнәбеҙ һәм ошо йүнәлештә әүҙем эш алып барабыҙ», — тип билдәләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш инженеры Сергей Буйвалов.
Көн һайын телеканалда мәғлүмәт, аналитика һәм иҡтисад проекттары эфирға сыға. Төбәк блоктары «Рәсәй 24» каналында көнөнә өс тапҡыр – көндөҙгө икенсе яртыла, киске сәғәт 7-лә, һәм 10-да күрһәтелә.
«Беҙ һәр саҡ телевидениены яңыртыу һәм тамашасыларға тәҡдим иткән программаларҙың иҫәбен арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Бер аҙна элек «Мобиль репортер» программаһының төбәк проектын эшләтеп ебәрҙек. Уны ҡарарға ғына түгел, унда ҡатнашырға ла мөмкин», — тип фекере менән уртаҡлашты «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалының баш мөхәррире Владимир Беспалько.
«Рәсәй 24» - тәүлек әйләнәһенә тапшырыуҙар сығарған беренсе Рәсәй мәғлүмәт телеканалы. Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы составына инә. Канал 2006 йылда үҙ тапшырыуҙарын сығара башланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика