02:29 (UTC+5), 16 Февраля 2017

Баш ҡалала рус теленән «Тоталь диктантҡа» әҙерләнеү өсөн бушлай курстар ойошторола

Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә рус теленән «Тоталь диктантҡа» бушлай әҙерлек курстары ойошторола. Сара 8 апрелгә билдәләнгән.
Курстар диктантҡа тиклем һигеҙ дәрескә һәм уны уҙғарғандан һуң бер дәрескә иҫәпләнгән. Беренсеһе йома, 17 февралдә, үтә. Дәрестәр сәғәт ярым барасаҡ. Орфография буйынса белемдәрен яңыртырға теләгәндәрҙе ике адрес буйынса көтөп ҡалалар: Башҡорт дәүләт педагогия университетының өсөнсө корпусында (Октябрь Революцияһы урамы, 3а) 401-се аудиторияла – бында дәрестәрҙе киске сәғәт 7-нән туғыҙынсы яртығы ҡәҙәр Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Светлана Войтюк, Комсомол урамы, 138 буйынса урынлашҡан Үҙәк ҡала китапханаһында киске сәғәт етенсе яртынан алып 8-гә тиклем рус теле дәрестәрен Өфөлә «Тоталь диктант»ты ойоштороусы Наталья Панчишина алып бара.
«Тоталь диктант» — йыл һайын уҙғарылған белем биреү акцияһы. Сара бушлай ойошторола, унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Акцияның маҡсаты – һәр кешегә рус теленән үҙ белемен тикшереү мөмкинлеге биреү һәм белемлелекте арттырыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу. Акцияны ойоштороусылар – «Тоталь диктант» Граждандарҙың тел мәҙәниәтенә булышлыҡ итеү фонды.
Рәсәйҙә диктант тәүге тапҡыр 2004 йылда Новосибирскиҙа уҙҙы. Үткән йылдарҙа «Тоталь диктант» йәмәғәт проекты кеүек үҫешеп, күмәк халыҡ-ара сараға әйләнде. Ул 69 илдең 734 ҡалаһында ойошторола һәм артабан да үҫеүен дауам итә, хәҙер бөтә ил буйлап 150 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Өфөлә акция 2012 йылда башланды. 2016 йылда унда 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика