ӨФӨ, 2017 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Белорет районында урынлашҡан Абҙаҡ тау саңғыһы курорты февралдәге байрам көндәрендә ҡышҡы ял лидерҙары иҫәбенә инде. RoomGuru.ru
отелдәр эҙләү сервисы илдең иң популяр тау саңғыһы курорттарын билдәләне. Рейтинг 23-26 февралдә йәшәү өсөн отелдәр бронләү мәғлүмәттәре буйынса төҙөлгән.