04:38 (UTC+5), 15 Февраля 2017

Төбәктә «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыусыларҙың йәше 50-гә тиклем арттырылды

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыусыларҙың йәше арттырылды. 2017 йылда 50 йәшкәсә табиптарҙың программала ҡатнашыу һәм шуның өсөн «күтәрелеп китеүгә» миллион һум алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был ауылдарға тәжрибәле белгестәрҙе йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Алдан программала 35 йәшкә тиклемге медиктар ғына ҡатнаша алды.
Тағы ла бер яңылыҡ – белгестәр эш урындарын тик ауылда ғына түгел, ә ҡала тибындағы ҡасабаларҙа ла һайлай ала. Юғары белем мотлаҡ шарт булып ҡала.
Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан – 72 миллион һум, республиканан 48 миллион бүленгән. Шунлыҡтан 2017 йылда «Ауыл табибы» программаһында 120 табип ҡатнаша ала, тигән мәғлүмәттәрҙе килтерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ Һаҡлау министрлығында.
Башҡортостанда «Ауыл табибы» федераль программаһы 2012 йылдан алып эшләй. Был ваҡыт эсендә меңдән ашыу йәш табип республиканың төрлө алыҫ урынлашҡан райондарына эшләргә китте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика