12:33 (UTC+5), 15 Февраль 2017

Рәсәй дәүләт цирк компанияһы Өфө циркын тулыһынса емерелеүҙән «ҡотҡарыу» йылын атаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәй дәүләт цирк компанияһы Өфө циркын тулыһынса емерелеүҙән «ҡотҡарыу» йылын атаны. Баш ҡаланың төп циркына ябылыу хәүефе янай. Октябрь районы прокуратураһы шуны талап итә. Тикшереү һөҙөмтәләре судҡа мөрәжәғәт итергә нигеҙ булған. Ведомство бина тамашасыларҙың һәм цирк хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙыра, тигән һығымтаға килгән. Тейешле ғариза «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»на ебәрелгән.
«Прокуратура һығымтаһына ярашлы, Өфө дәүләт циркын артабан тулыһынса файҙаланыу мөмкин түгел. Суд ҡарар сығарғас, Рәсәй дәүләт циркы Өфө циркына программалар ебәреүҙе туҡтатырға мәжбүр буласаҡ. «Юл картаһы»на ярашлы финанслауҙы көтөргә кәрәк, — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына компанияның матбуғат хеҙмәтендә. — Рәсәй дәүләт цирк компанияһы өсөн иң мөһиме — тамашасыларҙың, артистарҙың һәм учреждение хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Суд ҡарарына ярашлы эш итәсәкбеҙ. Әле циркта программа эшләй, ул 26 февралгә тиклем дауам итә. Һуңынан ваҡиғалар үҫешен ҡарарбыҙ».
Рәсәй дәүләт циркы системаһына ингән цирктар 60-70-се йылдарҙа төҙөлгән. Шул ваҡыттан бирле улар бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған.
2015 йылда Иваново һәм Тула цирктары файҙаланыуға тапшырылды. 2016 йылда Санкт-Петербург һәм Омск цирктары төҙөкләндерелде. Быйыл Рязань, Түбәнге Тагил, Владивосток цирктарына капиталь ремонт үткәреү ҡаралған. 2018 йылда Кисловодск, Красноярск һәм Өфө цирктарында ремонт эштәре күҙаллана.
Өфө циркы өсөн дәүләт ярҙамының суммаһы әлегә билдәле түгел. Циркты ремонтлау бер нисә экспертиза үткәреүҙе, эш күләмен билдәләүҙе, проект-смета документацияһын әҙерләүҙе, шулай уҡ ошо процесҡа йәлеп ителгән төрлө ведомстволарҙың һығымта яһауын күҙ уңында тота.
«Белгестәргә эш күләме билдәле булғас ҡына сумма билдәләнә. Мәҫәлән, әле 1,2 миллиард һумға Владивосток циркын ремонтлау тейешле темпта бара. Түбәнге Тагилда — 600-700 миллион һум», — тип билдәләнеләр Рәсәй дәүләт циркы компанияһында.
Цирктарҙы прокуратура, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Ростехнадзор һәм башҡа ведомстволар йыллыҡ план буйынса даими тикшерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика