15:12 (UTC+5), 15 Февраль 2017

IX класс уҡыусылары 1 мартҡа тиклем төп дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғариза бирә ала

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. IX класс уҡыусылары 1 мартҡа тиклем 2017 йылдағы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыуға ғариза бирергә тейеш.
Уҡыусы үҙенең ғаризаһында һынау өсөн һайлаған предметтарҙы һәм йомғаҡлау аттестацияһының формаһын (төп дәүләт имтиханы йәки дәүләт сығарылыш имтиханы) күрһәтә.
Дәүләт сығарылыш имтиханын һаулығы буйынса мөмкинлектәре сиклеләр, ябыҡ типтағы махсус уҡыу-тәрбиә учреждениеларында белем алыусылар һәм сит ил мәктәптәрендә уҡыусылар һайлай ала.
Төп дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн IX класс уҡыусылары ике мотлаҡ предметтан – рус теле һәм математиканан, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған ике фәндән имтихан бирергә тейеш.
Уҡыусы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында бер йәки ике предметтан икеле билдәһе алған осраҡта, ошо имтихандарҙы резерв көндәрҙә тапшыра ала. Был юлы ла һынауҙы бирә алмаһа, сентябрь айында килә.
Ағымдағы уҡыу йылында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы этабы еңеүселәре йәки призерҙары, халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашҡан илдең йыйылма командаһы ағзалары Рәсәй йәки халыҡ-ара кимәлдәге олимпиаданың тейешле йүнәлешенә тап килгән фән буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын үтеүҙән азат ителә.
2017 йылда төп дәүләт имтиханы өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алда – 20 апрелдән 6 майға тиклем, төп – 26 майҙан 24 июнгә ҡәҙәр һәм өҫтәмә (сентябрь) – 5-22 сентябрҙә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика