10:54 (UTC+5), 15 Февраля 2017

Башҡортостандың барабансылар һәм мажореткалар ансамбле Францияла карнавалда ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Держава» барабансылар һәм мажореткалар төркөмө Францияла Халыҡ-ара карнавалда ҡатнаша. Байрам 17-23 февралдә Ницце ҡалаһында ойошторола.
Ансамблгә ошо сарала ҡатнашырға Франция ҡалаһы мэрияһы, Рәсәйҙең Батон Твирлинг һәм мажореткалар федерацияһы, Мажореткалар һәм барабансылар ассоциацияһы тәҡдим иткән.
«Держава» ансамбле ағзалары көн һайын карнавалдың ике тантаналы йөрөшөндә сығыш яһаясаҡ. Башҡорт дәүләт педагогия университетында һөйләүҙәренсә, әле ҡыҙҙар әүҙем шөғөлләнә, сөнки карнавал сәхнәгә ҡарағанда икенсерәк сығыш яһауҙы күҙ уңында тота. Программа бер нисә төп һәм икенсел тантаналарға бүленә.
«Сара Платформалар парады менән асыла. Уларҙың һаны йыл һайын үҙгәрә, биҙәлеше һайланған темаға бәйле. Тема һәр ваҡыт «Король…» һүҙе менән башлана һәм теләһә нимәгә: гастрономияға, сәскәләргә, спортҡа арналырға мөмкин. Ҡатнашыусыларҙың маҡсаты — Ницце ҡалаһында карнавал Короленең ниндәй булырға тейешлеген күрһәтеү», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр юғары уҡыу йортонда.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика