02:29 (UTC+5), 15 Февраль 2017

Башҡортостандан табип-инфекционист Гватемалала фәҡирҙәр өсөн клиниканы асыуға әҙерләй

vik.valikova
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 24 февралдә Гватемаланың бәләкәй генә Чуинахтахуюб ауылында фәҡирҙәр өсөн медицина клиникаһы асыла. «Донъя сигендә клиника төҙөйбөҙ» проектын былтыр Башҡортостандан табип-инфекционист Виктория Валикова күтәреп сыға. Доктор был урында эшләүсе берҙән-бер белгес була. Фәҡирлек һәм ҡалаларҙан алыҫта ятҡан ауылдарҙа медицина ярҙамының булмауы уны клиника төҙөү өсөн төрлө илдәрҙән кешеләрҙе берләштереү идеяһына этәрә.
Дауахана төҙөүгә, ҡорамалдар, дарыуҙар һәм тотона торған материалдар һатып алыуға 3,5 миллион һумлап аҡса талап ителгән. Краудфандинг платформаһында һәм he-he.org сайты аша аҡса йыйыу ойошторолған. Йыйылған аҡса ярҙамында ете ай эсендә дауахана төҙөлгән. Ул ауыл мәктәбе эргәһендә урынлашҡан. Виктория Валикованың әйтеүе буйынса, яңы амбулатория бинаһында консультация, хирургия һәм бала табыу бүлмәләре, аптека, лаборатория һәм өс урынлы палата бар. Урындағы халыҡҡа даими медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ирекмән-медиктар йыйыу алып барыла. Клиникала ауырыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителәсәк.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика