05:25 (UTC+5), 15 Февраля 2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы халыҡ-ара конкурсында беренсе урын яуланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Телеүҙәк» тапшырыуы «Киң мәғлүмәт саралары сағылышындағы ҡала» халыҡ-ара конкурсында беренсе урын яуланы. Ул «Хәүефһеҙ ҡала» номинацияһында иң яҡшыһы булды. Конкурсҡа «Хәүефле күршелек» һәм «Хәүефһеҙ туҡталыш» сығарылыштары йүнәлтелгән.
«Тәүге сығарылышта Өфөләге күп фатирлы йорттарҙа кеше тормаған биналарҙың урынлашыу проблемаһы күтәрелде. Шул саҡта тура эфирға тиҫтәләгән тамашасы шылтыратты, күп кенә адрестар шунда уҡ күҙәтеү органдары контроленә алынды, — тип һөйләне Башҡортостан юлдаш телевидениеһы матбуғат секретары Люция Дәүлиева. — Ҡайһы бер ойошмаларҙың законһыҙ рәүештә планировканы үҙгәртеүе сер түгел, ә ул бөтә йорттоң емерелеүенә килтереүе ихтимал. Санитар нормаларҙы үтәмәгәндәре, күршеләренең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алмағандары бар».
Өфөнөң йәмәғәт транспорты туҡталыштарындағы хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған эфир «Телеүҙәк» майҙансығында хәлде яҡшыртыу менән ҡыҙыҡһынған бөтә ведомстволарҙы йыйҙы һәм пассажирҙар йөрөтөүҙе ойоштороуға ҡағылышлы ҡануниәттәге бер төркөм етешһеҙлектәрҙе асып бирҙе.
«Беҙ бөтә йәмғиәткә ҡыҙыҡлы булған иң көнүҙәк темаларҙы алабыҙ. Был команда эше. Һәр эфир артында бик күп режиссер, тауыш режиссеры, ассистент, мөхәррир, алып барыусы хеҙмәте тора. Еңеү – уртаҡ ҡаҙанышыбыҙ», — тип һөйләне «Телеүҙәк» тапшырыуы мөхәррире Фәйрүзә Фәтхуллина.
«Ҡала киң мәғлүмәт саралары көҙгөһөндә» конкурсы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенең Баш ҡалалар һәм ҙур ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы тарафынан ойошторола һәм унда йыл һайын миллионлы ҡалаларҙан йөҙҙән ашыу гәзит һәм теле-радиокомпания журналистары ҡатнаша. Быйыл эштәр яҡындағы сиктәш илдәрҙән генә түгел, ә Париждан (Франция), Цюрихтан (Швейцария), Белорусь Республикаһынан да килгән. Конкурста йыл һайын Мәскәү, Түбәнге Новгород, Хабаровск һәм башҡа мегаполис журналистары ҡатнаша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика