02:56 (UTC+5), 14 Февраля 2017

НТВ каналының «Һин супер!» музыкаль проектында Башҡортостандан 13 йәшлек үҫмер ҡатнаша

НТВ телеканалы сайты
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандан һигеҙенсе класс уҡыусыһы Иван Южаков НТВ телеканалының «Һин супер!» («Ты супер!») музыкаль проектынды ҡатнаша. Шоуҙың премьераһы 11 февралдә үтте.
Проекттың үҙенсәлеге – балалар йорттарында, мәктәп-интернаттарҙа һәм ҡабул ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе ете йәштән 18-гә ҡәҙәр талантлы балалар ҡатнаша ала. Уларға профессиональ жюри һәм миллионлаған тамашасы алдында үҙҙәренең йырлау һәләтен күрһәтеү, иң яҡшы музыка уҡытыусылары һәм продюсерҙар менән эшләү мөмкинлеге бирелә.
Иван Южаковҡа 13 йәш, ул Нөгөш ауылында уҡый, малайҙы өләсәһе тәрбиәләй, алты йәштән алып йырлай. Үҙенең ҙур теләге, ныҡышмалылығы һәм тырышлығы ярҙамында үҫмер ҡала һәм район йыр бәйгеләрендә күп тапҡыр лауреат, дипломант, Гран-при яулаусы булған.
Балалар музыкаль конкурсына алдан һайлап алыу турынан мең ярым дәғүәсенән 92 бала үтте. Уларҙың сығышын опера һәм эстрада йырсыһы Маргарита Суханкина, композитор һәм музыкаль продюсер Виктор Дробыш, йырсылар Ёлка һәм Стас Пьеха баһалай.
«Һин супер!» финалсыларының башҡа халыҡ-ара конкурстарҙа – «Балалар Евровидениеһы» һәм «Яңы тулҡын» һайлап алыу турҙарында ҡатнашыу, шулай уҡ «Республика ШКИД» мюзиклында төшөү мөмкинлеге бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика