11:54 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Изге Валентин көнөндә ғашиҡтар «Юлдаш» радиоһының тура эфирында өйләнеште

«Юлдаш» радиоһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Юлдаш» радиоһы тура эфирҙа туй үткәрҙе. Вәғәҙә ителгәнсә, йәштәр Ғашиҡтар көнөндә никахтарын теркәне. Туй тантанаһын «Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуында тыңларға мөмкин ине. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы яңы өйләнешеүселәргә «Яҡтыкүл» шифаханаһына юллама бүләк итте.
Никах теркәү тантанаһын бөгөн киске сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында ла ҡарарға мөмкин.
Лира менән Азат Мәләүез районында, йәйге каникулдар ваҡытында танышҡан. Лираға 22 йәш, ул Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала, Азатҡа иһә 23, ул — технологик насостар машинисы. Былтыр ноябрь айында үткән «ЮлдашХит» концертында егет һөйгәненә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Туй «Юлдаш» радиоһы эфирында үтһен өсөн ошо видеояҙма социаль селтәрҙәрҙә ете мең «лайк» йыйырға тейеш ине. Ысынында иһә интернет ҡулланыусылар был сикте лә үтте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика