07:59 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Ир-егеттәр өсөн ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы хужалыҡсыл булыуына ҡарағанда мөһимерәк – ВЦИОМ

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 14 февраль — Ғашиҡтар көнө уңайынан Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге һорау алыу йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы, уның барышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең бер-береһендә ниндәй сифаттарҙы үҙ итеүе асыҡланды.
Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары ир-егеттәрҙе тәү сиратта тоғролоҡ (23 процент), киң күңеллелек (20), ышаныслылыҡ (16) кеүек критерийҙар буйынса һайлай. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 11 проценты ир-егеттәрҙең эш һөйөүсәнлеге һәм аҡылы менән ҡыҙыҡһына.
Көслө зат вәкилдәре өсөн сибәрлек (27 процент), аҡыл һәм интеллект (17), ихласлыҡ (15), изге күңеллелек (13), уңғанлыҡ (9) мөһим.
Ҡайҙа танышырға тигән һорауға яуап биреп, рәсәйҙәрҙең 43 проценты дуҫ-иштәрҙең иң яҡшы вариант булыуын атаны. Һәр дүртенсе (26 процент) юғары уҡыу йортонда йәки эштә танышыу теләген белдергән.
«Спутник» көндәлек һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, танышыу өсөн идеаль биш урын исемлегенә шулай уҡ ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар, төрлө курстар (18 процент), концерттар һәм спектаклдәр (16), урам (14) инә. Йәштәр араһында һәр өсөнсө (32 процент) — ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтарҙы һәм курстарҙы, һәр дүртенсе (26 процент) — урамды, һәр бишенсе (21 процент) интернетты танышыу өсөн иң яҡшы урын тип иҫәпләй.
5-6 февралдә Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән телефон аша һорау алыуҙа 1200 респондент ҡатнашҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика