16:09 (UTC+5), 14 Февраль 2017

Өфөлә халыҡ һаны 1,125 миллиондан ашҡан

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 1 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала халыҡ һаны 1 125 612 кеше тәшкил иткән. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 4183 кешегә йәки 0,4 процентҡа күберәк.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан халҡының 28 процентҡа яҡыны Өфөлә йәшәй. Республикалағы ҡала халҡының дөйөм һанынан 44 проценты самаһы Өфөгә тура килә, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Өфөләге дәүләт статистикаһы бүлеге етәксеһе Оксана Даянова әйтеүенсә, баш ҡаланан тыш, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм Стәрлетамаҡта халыҡ һанының бер аҙ артыуы күҙәтелә.
Былтыр 29 йыл эсендә тәүге тапҡыр Өфөлә тыуымдың иң юғары күрһәткесе теркәлгән. Республиканың баш ҡалаһында 18 165 бала тыуған. Сабыйҙарҙың күпселеге Октябрь, Калинин һәм Киров райондарына тура килгән. 2016 йылда 80-се йылдарҙағы тыуым сигенә етелгән. Мәҫәлән, 1987 йылда Өфөлә 18 767 сабый донъяға килгән.
Тыуымдың артыуы менән бергә Өфөлә үлемдең кәмеүе билдәләнә. 2016 йылда был күрһәткес 12 668 кеше тәшкил иткән. Халыҡтың тәбиғи артымы 5497 кеше булған.
Шулай итеп, Башҡортостандың баш ҡалаһы халыҡтың тәбиғи артымы буйынса Рәсәйҙең миллионлы ҡалалары араһында алдынғы урынды һаҡлап килә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика