05:56 (UTC+5), 14 Февраля 2017

Өфө китапханалары Экология йылын китаптарҙың исем туйҙары һәм акциялар менән аса

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө китапханалары Экология йылын китаптарҙың исем туйҙары һәм акциялар менән аса. 14 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә Ҡаланың үҙәк китапханаһында Юрий Бирюзовтың «Ҡандракүл серҙәре» исемле китабының исем туйы була. Сараға авторҙың коллегалары, тарихсылар, археологтар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр саҡырылған.
Был көндә 6-сы моделле китапханала «Ер. Тәбиғәт. Кеше» акцияһы үтә. Программала «Донъя серҙәре» тәбиғәт серҙәренә сәйәхәт (кескәй уҡыусылар өсөн), пластик шешәләрҙән әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, шулай уҡ «Дарыухана аяҡ аҫтында» күргәҙмә-гербарий, үлән сәйҙәрен тәмләү ҡаралған.
32-се моделле китапхана бөгөн «Беҙ таҙа ҡала өсөн!» экологик акцияһын ойоштора. Унда «Иначе» театр-студияһы ҡатнаша.
41-се моделле үҫмерҙәр китапханаһында 62-се лицей уҡыусылары өсөн «Пакет урынына эко-сумка» экология дәресе үткәрелә.
Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында һөйләүҙәренсә, тематик йылда китапханасылар ҡала халҡына бик күп ҡыҙыҡлы саралар һәм экологик акциялар тәҡдим итә. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика