Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Февраль 2017, 10:24

20 май Халыҡ-ара бал ҡорттары көнө булыуы ихтимал

roypchel.ru сайтынан
roypchel.ru сайтынан
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Рәсәй 20 майҙа Халыҡ-ара бал ҡорттары көнөн булдырыу тураһындағы Словения Республикаһының тәҡдимен хупланы. Мәсьәлә Рәсәй Федерацияһының тәбиғи ресурстар һәм экология министры Сергей Донскойҙың Словенияның ауыл, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры Деян Жидан менән осрашыуында тикшерелде. Проект Экология йылы сиктәрендә экосистеманың торошон билдәләүсе индикатор сифатында шул төрҙәге проблемаларға иғтибар итергә мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Экология министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының төп сараларының береһе — Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыу. Һуңғы йылдарҙа был уникаль бал ҡорто төрөнә юғалыу хәүефе янай. Бөрйән бал ҡорто бер төркөм биологик үҙенсәлектәргә эйә: һыуыҡҡа сыҙамлыҡ, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йүкәнән бал йыйыу һәләте, күп йомортҡа һалыусанлыҡ, ауырыуҙарға бирешмәүсәнлек. Әлегә ваҡытта уның генофонды үҙенсәлеген юғалта, килтерелгән башҡа бал ҡорттары – Кавказ, Карпат, үзбәк төрҙәре менән бутала. Сит бал ҡорттарының ҡырыҫ шарттарҙа генетик ҡышлау һәләте юҡ, ҡауышҡан ҡорттарҙың артабанғы быуыны ҡырағай шарттарҙа солоҡта ҡышлай алмаясаҡ.
«Солоҡ һәм ҡалыптарҙың иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыуға артабанғы аҙымдар билдәләнде, — тип хәбәр итте Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин. — Улар иҫәбендә – селекция эше, «Алтын Солоҡ» ҡурсаулығы биләмәһендә яңы умарталыҡтар төҙөү, ҡалыптар эшләү, солоҡ ҡорттарын әҙерләү».
Бынан тыш, Башҡортостан Экология министрлығында республикала 2021 йылда 47-се Халыҡ-ара «Апимондия» конгресын уҙғарыу ихтималлығына бәйле Халыҡ-ара бал ҡорттары көнөн булдырыуҙың мөһимлеген билдәләйҙәр.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: