09:21 (UTC+5), 13 Февраль 2017

Өфөлә «Йәш профессионалдар» төбәк чемпионаты старт ала

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 13-17 февралдә Өфөлә II «Йәш профессионалдар» (WorldSkillsRussia) төбәк чемпионаты уҙғарыла. Уны асыу тантанаһы Өфө дәүләт нефть техник университетының һигеҙенсе корпусында бөгөн киске 5-се яртыла башлана.
200-ҙән ашыу конкурсант республиканың хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр: «Иретеп йәбештереү технологиялары», «Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү», «Матбуғатта баҫма технолоиялары», «Таш юныу эше» буйынса оҫталығын күрһәтә.
Бәйгелә 16- 22 йәштәге һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ҡатнаша.
Чемпионат барышында тәүге тапҡыр JuniorSkills компетенциялары буйынса ярыштар ойошторола. Унда 10-14 йәшкә тиклемге һәм өлкәнерәк уҡыусылар ҡатнаша ала.
Еңеүселәрҙең исемдәре 17 февралдә чемпионатты ябыу тантанаһында иғлан ителә. Иң яҡшылары май айында Краснодарҙа V «Йәш профессионалдар» милли чемпионаты финалында ҡатнашыу хоҡуғын алыу өсөн илдең төрлө төбәктәрендә һайлап алыу ярыштарында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Конкурсанттарҙы төбәктең төп эксперттары (30 кеше) һәм WSR һәм JS милли эксперттары баһалай.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Сибай күп профилле һөнәри колледж студенты Рафаэль Яхин милли йыйылма составына тәҡдим ителде. Ул «Таш юныу эше» компетенцияһы буйынса «Йәш профессионалдар» милли чемпионаты финалында ҡатнашып, иң күп балл йыйҙы. Былтыр декабрь башында EuroSkills 2016 һөнәри оҫталыҡ буйынса Европа чемпионатында Рафаэль илдең йыйылма командаһына 473 балл килтерҙе. Ул саҡта Рәсәй йыйылмаһы беренсе урын яуланы. Әлеге ваҡытта ул киләһе йылда 14-19 октябрҙә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы Абу-Дабиҙа үтәсәк WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатына әҙерләнә.
Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы 60-тан ашыу илдең эшсе һөнәр вәкилдәре менән осрашасаҡ, һәм Европа, Азия, Африка, АҠШ, Латин Америкаһы һәм Яҡын Көнсығыштың танылған оҫталары менән миҙалдар өсөн көс һынашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика