17:19 (UTC+5), 13 Февраль 2017

Өфөлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәренең янғын машиналары коллекцияһы Гиннестың рекордтар китабына инергә дәғүә итә

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә эске хеҙмәт полковнигы Наил Ильясов ҙур булмаған бүлмәлә донъяның төрлө илдәренән янғын һүндереү машиналарының 850 моделен һаҡлай. Уникаль коллекция Гиннестың рекордтар китабына инергә дәғүә итә, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре һүҙҙәренсә, барыһы ла ҡатыны бүләк иткән «Москвич»тан башланған. Һәр модель кәштәлә урын биләр алдынан мотлаҡ теркәү үтә. Тәүҙә коллекция хужаһы машинаны фотоға төшөрә, һуңынан фотоһүрәтте электрон каталогка индерә, номер һуға һәм ҡултамғаһын ҡуя. Коллекция Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелгән дә инде.
Әммә полковник өсөн был сик түгел. Ул донъя кимәленә сығырға теләй — йыл аҙағына тиклем 1000 дана янғын һүндереү машинаһын йыйып, Гиннестың рекордтар китабына ғариза ебәрергә ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика