Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Февраль 2017, 10:34

Башҡортостан шағирәһе Мәскәү яҙыусылар ойошмаһының дипломына лайыҡ булды

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Людмила Кузьмина/. Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар берекмәләре ағзаһы Рәшиҙә Бик Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы уҙғарған «2014 — 2016 йылдарҙа иң яҡшы китап» әҙәби бәйгеһе дипломы менән бүләкләнде. Был наградаға яҙыусы 2016 йылдың яҙында Мәскәүҙең ҡала яҙыусылар ойошмаһы эгидаһы аҫтында сыҡҡан «Яратҡан яғым, минең Ватаным!» китабы өсөн лайыҡ булды.
«Яратҡан яғым, минең Ватаным!» китабы – тәү сиратта балалар өсөн шиғырҙар авторы булараҡ танылыу яулаған Рәшиҙә Бик әҫәрҙәренең тулы баҫмаһы. Яңы китапта ул илһөйәрлек йөкмәткеле шиғырҙар яҙыусы шағир-гражданин, тыуған иленең тарихын һәм уның иң сағыу биттәрен үҫмер уҡыусыға еткереү менән дәртләнгән кеше булараҡ килеп баҫа.
Шиғри йыйынтыҡҡа «Берлинға хәтлем!» поэмаһы, «Александр Невский», «1812 йылдағы Ватан һуғышы», «Ильмена» әкиәт-поэмаһы, төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙар, улар араһында Рудольф Нуриевҡа, Федор Шаляпинға, Булат Окуджаваға, Корней Чуковскийға арналғандары бар, Рәсәй һәм Башҡортостан символдары тураһында уйланыуҙар ингән. Әгәр элек бөтә поэмалары ла балалар өсөн айырым һүрәттәргә бай баҫмалар сифатында сыҡһа, йыйынтыҡҡа ингән бер шәлкем шиғырҙары өлкәндәргә лә, бер үк ваҡытта балаларға ла тәғәйенләнгән.
Рәшиҙә Биктың награда алған китабы – сағыу ҡыҙыл төҫтә, ҡаты тышлы. Инеш һүҙен шағир Дмитрий Силкан – Рәсәй Яҙыусылар союзы Мәскәү ҡала ойошмаһының Ижади шиғриәт берекмәһе яуаплы секретары яҙған.
Рәшиҙә Бик (Бикмәтова) Ташкент ҡалаһында тыуған, 50 йылдан ашыу Башҡортостанда йәшәй һәм хеҙмәт итә, үҙен урыҫ телле яҙыусы тип иҫәпләй, сөнки бөтә әҫәрҙәрен дә (шиғырҙарын һәм прозаһын) урыҫ телендә яҙа. Ул 2002 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Бик күп әҙәби конкурстар, шул иҫәптән бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләр лауреаты. Мәҫәлән: былтыр «Ҙур финал» халыҡ-ара конкурсында «Ҡояшлы түңәрәк» номинацияһында дипломға һәм Халыҡ-ара яҙыусылар гильдияһы (Германия) президенты призына «Уның ғәли йәнәптәре китап!» конкурсы дипломына лайыҡ булды.
«Яратҡан яғым, минең Ватаным!» йыйынтығы – Рәшиҙә Биктың республиканан ситтә сыҡҡан тәүге китабы.
Автор:Людмила Кузьмина
Читайте нас: