13:54 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Уҙған төндә төбәктә һауа температураһы 48 градусҡа тиклем түбәнәйҙе

Ришат Хәйбуллин
Ришат Хәйбуллин
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Уҙған төндә Башҡортостанда һауа температураһы ныҡ түбәнәйҙе. Республика райондары халҡы хәбәр итеүенсә, Баймаҡ районында термометр бағанаһы 48 градусҡа тиклем төшкән, Белорет районы ауылдарының береһендә -44 градус теркәлгән.
«Бөгөн төндә иң түбән температура «Ямаш» метеостанцияһында (Балаҡатай районы) күҙәтелгән, бында -38,5 градус теркәлгән, «Шүлгәнташ» метеостанцияһында (Бөрйән районы) — 37,7, «Архангел»дә — 36,1, «Ҡариҙел»дә — 36,2. «Өфө» аэропорты янында — 32,5, Дим биҫтәһендә — 32,2, ҡала буйынса 24 градус һыуыҡ булды», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башгидрометтың матбуғат секретары Гөлназ Закирова.
Нормативтарға ярашлы, һыуыҡ көндәрҙә уҡыусыларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. 23 градусҡа тиклем һалҡынайтҡанда — ауыл, 25 градус булғанда ҡала мәктәптәренең башланғыс класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала. Өлкән класс балаларына 30-32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, һалҡын һауа торошо аҙна аҙағына тиклем һаҡлана. Шәмбе, 11 февралдә, һауа температураһы төндә 20-25, урыны менән 32 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 12-17, урыны менән 22 градус һалҡын буласаҡ. Йәкшәмбе, 12 февралдә, төндә 25-30, урыны менән 35, көндөҙ 13-18 градус һыуыҡ булыуы көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика