03:22 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Төбәктә орсоҡ байрамдарын ойошторалар

Туймазы районы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда оло быуын вәкилдәре ҡатнашлығында орсоҡ байрамдарын ойошторалар. Уҙған көндәрҙә орсоҡ байрамы Туймазы районының Туҡай ауылында уҙҙы. Мәҙәниәт йортоноң сәхнәһе биҙәлеш ярҙамында ауыл йортона оҡшатылып эшләнде. Унда милли кейемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылды. Берәүҙәре йөн әҙерләһә, икенселәре уны иләп ултырҙы, шул уҡ ваҡытта бергәләп моңло йырҙар башҡарҙылар. Был сарала «Иҫтәлек» фольклор ансамбле ҡатнашты. Сәхнәләге хәрәкәтте ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ауылдаштары, күрше ауыл халҡы күҙәтте. «Орсоҡ байрамы» — боронғо халыҡ байрамы, арытҡыс эш барышын йыр йырлап, таҡмаҡтар көйләп, йомаҡтар ҡойоп, бейеүҙәр бейеп йәнләндереп ебәргәндәр. Хатта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла был йола онотолоп ҡалмаған. Көндөҙ ҡатын-ҡыҙҙар баҫыуҙа һәм фермала тир түкһә, кистәрен бергә йыйылып йөн иләгән, һалдаттар өсөн йылы ойоҡ, бейәләй бәйләгән. Хәҙер Туймазы районында киләсәк быуын өсөн был йоланы һаҡлап ҡалырға тырышалар, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика