07:02 (UTC+5), 10 Февраля 2017

Ғәлим Яҡупов Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы төбәк телевидениеһы һәм радиоһы буйынса эксперт советы составына инде

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы) директоры Ғәлим Яҡупов Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы төбәк телевидениеһы һәм радиоһы буйынса эксперт советы составына инде.
Советтың бурысы — төбәк телевидениеһы һәм радиоһының уңышлы эш тәжрибәһен дөйөмләштереү һәм таратыу, Рәсәй медиабаҙарының конкурентлыҡ һәләтен күтәреүгә булышлыҡ итеү, төбәк телевидениеһы һәм радиоһы өлкәһендә башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәр әҙерләү.
Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы урынбаҫары Алексей Волин етәкләгән эксперт советы составына шулай уҡ федераль башҡарма власть органдары, телерадиотапшырыуҙар ойошмалары һәм уларҙың йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре инде, тип хәбәр ителә ведомствоның сайтында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика