08:56 (UTC+5), 09 Февраля 2017

Социаль селтәрҙәрҙә Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәт тураһында «Последствия» фильмының трейлерын ҡарарға мөмкин

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Социаль селтәрҙәрҙә Боден күле өҫтөндәге авиаһәләкәт тураһында «Aftermath» («Последствия») тип аталған Америка фильмының тәүге трейлерын ҡарарға мөмкин. 2002 йылда Германия күгендә «Башҡортостан авиалиниялары» компанияһының Ту-154 самолеты менән Американың Боинг-757 йөк ташыусы самолеты бәрелешә, 70-тән ашыу кеше һәләк була. Диспетчерҙың ғәйебе арҡаһында һауа суднолары бәләгә тарый. Күп йылдар уҙғас авиафажиғәлә ҡатынын һәм ике балаһын юғалтҡан Виталий Калоев уны үлтереп ҡуя. Бының өсөн ул һигеҙ йылға иректән мәхрүм ителә һәм үҙен яҡшы тәртибе өсөн ике йылдан сығарыла.
Виталий Калоевтың ролен Арнольд Шварценеггер башҡара, картина быйыл апрелдә прокатҡа сыға. Нәфис фильмдағы сюжет ысынбарлыҡта булған ваҡиғанан айырыла, сиселеше икенсерәк килеп сыға, тип хәбәр итә gazeta.ru порталы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика