11:26 (UTC+5), 09 Февраль 2017

Рәсәй марафонсыһы Ҡытайға Башҡортостан аша йүгерәсәк

мәскәү-пекин.рф йүгереш сайтынан
мәскәү-пекин.рф йүгереш сайтынан
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәй марафонсыһы Александр Капер йүгереү сәйәхәтенә юллана. Ике йөҙ көн эсендә ул Мәскәүҙән Пекинға тиклем 8 мең саҡрым араны, өс илдең һәм Рәсәйҙәге 16 төбәктең сиген үтергә, шулай уҡ сәйәхәте барышында 100 сара уҙғарырға ниәтләй. «Мәскәү-Пекин – киләсәккә ҡаршы!» йүгереше «Гиннестың рекордтар китабына» инергә дәғүә итә, ул Владимир, Чебоксар, Ҡазан, Өфө, Новосибирск, Красноярск, Иркутск, Улан-Удэ аша уҙа. Ошо ҡалаларҙа йәшәгән һәр кем үҙен марафонсы итеп тойоп, юлдың бер өлөшөн Александр Капер менән йүгереп үтә, һоҡланғыс кино донъяһына сума ала.
Марафонды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, Александр Капер донъя кинематографы тарихына актер булараҡ инергә теләй. Марафонсының сәйәхәте хаҡында фильм төшөрөргә Европанан ижади төркөм саҡырылған. Әлегә таҫманың исеме «На бегу» тип атала. Александр Капер әйтеүенсә, донъяла бындай хәлдең булғаны юҡ. Быны режиссерҙарҙың Юрий Гагариндың тәүге тапҡыр йыһанға осоуын төшөрөүе менән сағыштырырға мөмкин.
«Мин бөтә илде йүгереп үтергә хыялланам. Артабан бер аҙым да эшләй алмаҫымды тойһам, әгәр бирешһәм, нимә буласаҡ, тип уйлай башлайым. Еңелеүҙе һиҙеү һәр кемде ҡурҡыта, сөнки еңелеү барыһы ла бушҡа булғанлығын аңлата. Аяҡтарҙы күнектереү еңел, әммә аңды тәрбиәләү ауыр тигәнде ишеткәнем бар. Бөтәһе лә тормоштағыса. Мин бөтә ил аша Мәскәүҙән Пекинға тиклем йүгерәсәкмен, сөнки был — минең хыялым», — ти Александр Капер.
Марафонсы хыялын 4 мартта Ҡыҙыл майҙандан тормошҡа ашыра башларға ниәтләй. Йүгереш шунда башлана. Өфөгә Капер 10 апрелдә килеп етергә тейеш — датаһы һауа торошона бәйле. Баш ҡалала Капер бер нисә сара, шул иҫәптән күмәк йүгереш ойошторорға планлаштыра. Марафонсы менән осрашыуҙың аныҡ датаһын һәм урынын ойоштороусылар өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәк.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика